02:48 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Республикала «Һуғыш хаҡында шиғырҙар менән» тасуири уҡыусылар интернет конкурсына видеороликтар ҡабул ителә башланы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Һуғыш хаҡында шиғырҙар менән» тасуири уҡыусылар интернет конкурсы иғлан ителде. Конкурстың ойоштороусыһы – республика Хәрби Дан музейы, унда алты йәштән алып 18 йәштәгеләр ҡатнаша ала. Конкурсҡа шиғыр яҙмаһы менән видеороликтарҙы 31 майға тиклем ебәрергә кәрәк. Ҡатнашыу тураһында ғаризаларҙы rmbs_prosvet.otd@mail.ru электрон почтаһына йүнәлтергә кәрәк.
Жюри составына музей хеҙмәткәрҙәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзалары, башҡорт шағирәһе һәм тәржемәсе Рәшиҙә Бикмәтова, яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов инә. Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.
Һайлап алыу турын уҙған роликтар музейҙың «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми сәхифәһендә һәм YouTube хостингында урынлаштырыласаҡ. 10 июндә еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика