04:52 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Республикала Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре Ту-154 авиафажиғәһе ҡорбандары иҫтәлегенә концерт менән сығыш яһаясаҡ

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре Ту-154 авиафажиғәһе ҡорбандары иҫтәлегенә концерт менән сығыш яһаясаҡ. Концерт Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, 22 февралдә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
Программала Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең һәләтен һәм профессиональ оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды тәрбиәләнеүселәре – бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттары, республиканың күпселек район-ҡалаларынан Спиваков фонды проекттарында ҡатнашыусылар сығыш яһай.
Концерт сиктәрендә «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды тәрбиәләнеүселәренең эштәренән торған «Фәрештәләр» художество күргәҙмәһе уҙа. Йәш һәләттәр эштәрҙе билдәле башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинова етәкселегендә әҙерләгән.
«Республикабыҙҙың һәләтле балалары бер сәхнәлә бергәләп эшләй һәм бер-береһенең яҡшы сифаттарын билдәләй алыуҙары өсөн бик шатмын. Бындай саралар һәр саҡ юғары һөнәри үҫеш бирә. Беҙҙең маҡсат – һәләтле балаларҙы берләштереү», — тип билдәләне Спиваков фондының төбәк бүлеге етәксеһе Артур Нәзиуллин.
Ваҡиға сиктәрендә ҡатнашыусыларға Фондтың исемле стипендияларын тапшырыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика