09:43 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Асҡар Абдразаҡов башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға һәм яҙҙырырға хыяллана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған опера йырсыһы, Мария театры солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов киләсәктә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға һәм яҙҙырырға хыяллана. Был хаҡта ул «Известия» гәзитенә биргән интервьюһында хәбәр итте.
«Минән күп тапҡыр уларҙы башҡарыуҙы һәм яҙҙырыуҙы һоранылар, әммә бының өсөн ваҡыт кәрәк. Халыҡ йырҙарының мелодикаһы менән үҫеү мөһим. Башҡорт йырҙарындағы үҙенсәлектәрҙе тотоп алыр өсөн ентекле хеҙмәт, тимәк, йәнә ваҡыт талап ителә. Ләкин ҡасан да булһа уларҙы башҡарырмын һәм яҙҙырырмын», — тип билдәләне Асҡар Абдразаҡов.
Йырсы үҙенең тамырҙары, ғаиләһе — атаһы, билдәле башҡорт режиссеры Әмир Абдразаҡов, бер туғаны Илдар, уҡытыусыһы — Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазина хаҡында ла һөйләне. Ул йәш коллегаларына төрлө яҡлап үҫешергә кәңәш итә.
«Туҡтап ҡалырға ярамай — ижад кешеһе һәр ваҡыт хәрәкәттә булырға тейеш. Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлегенән файҙаланырға, күренергә кәрәк. Бер ҡасан да үҙеңдең һөнәрең менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай. Төрлө яҡлап үҫешергә: китаптар уҡыу, музейҙарға, лекцияларға йөрөү зарур. Матур йырлау өсөн уйға һалырға кәрәк, ә ул һауанан алынмай. Бөтә ошо тәьҫораттар һине камиллаштыра, тамашасылар бындай үҙгәрештәрҙе шунда уҡ һиҙә. Кеше сәхнәгә сығып йырлай башлай — уны тыңлауы ҡыҙыҡ йәки ҡыҙыҡ түгел. Тауышҡа бик күп нәмә бәйле», — тип иҫәпләй Асҡар Абдразаҡов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика