06:02 (UTC+5), 06 Февраля 2017

Республиканың ауыл биләмәһендә заманса күп функциялы мәҙәни үҙәк асылды

Ынйы Шафиҡова
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Йәрмәкәй районының Түбәнге Оло Йылға ауылында заманса күп функциялы мәҙәни үҙәк асылды. Был ваҡиғаға ауыл халҡы ниәтләнеп күптән килә. 2015 йылда улар иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы исеменә республика конкурсында ҡатнаша. Ауыл китапханаһы 100 мең һум күләмендә грант ота. Саралар китапхананың матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелә. 2016 йылда, шул уҡ конкурста ҡатнашып, йөҙ меңлек грантты инде ауыл клубы ала. Аҡсаға музыкаль аппаратура һәм проектор һатып алына. «Ысын эштәр» партия проекты сиктәрендә балалар майҙансығы төҙөкләндерелә. Шулай уҡ былтыр район «Рәсәй мәҙәниәте» маҡсатлы федераль программаһы сиктәрендә федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүлеү өсөн конкурс һайлап алыу турында еңеп, 192,5 мең һум күләмендә аҡсалата грант ала. Урындағы бюджет аҡсаларын өҫтәп, грант Түбәнге Оло Йылға ауылы Мәҙәниәт йортон үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтелә.
Бөгөнгә күп функциялы ауыл үҙәгендә ғаилә менән һәйбәт ял итергә, файҙалы ваҡыт уҙғарырға бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Клуб заманса талаптарға тап килә. Йәштәр өсөн ял итеү зонаһы өҫтәл уйындары, телевизор менән йыһазландырылған, дискотека залы бар. Шунда уҡ балалар өсөн уйын зонаһы урынлашҡан. Өлгөлө китапхана ла үҙгәргән, унда күргәҙмә залы барлыҡҡа килгән.
Асыу тантанаһында муниципалитет хакимиәте башлығы урынбаҫары Татьяна Головина ҡатнашты. Ул ауыл халҡын район өсөн ошондай мөһим ваҡиға менән ҡотланы. Түбәнге Оло Йылға ауыл биләмәһе советы башлығы Ольга Зарянова ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп, һәләтле йәштәрҙең һәм ауылдың оло быуын вәкилдәренең халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу, үҙ халҡыңдың тарихына ихтирамлы мөнәсәбәт, күп милләтле ватаныбыҙға һөйөү тәрбиләү эшендә артабан да ярҙам итәсәктәренә ышаныс белдерҙе.
Түбәнге Оло Йылға ауылы сыуаш милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу үҙәге булып тора. Ауыл биләмәһе сыуаш телен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм сәнғәтен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә, милли мәҙәниәт ҡаҙаныштарын популярлаштырыуҙа ҡатнашыусы халыҡтың социаль-мәҙәни әүҙемлеген үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған ижади коллективтарҙы һәм айырым шәхестәрҙе берләштерә. Райондың сыуаштар милли-мәҙәни берекмәһе иҫәбендә – сыуаш мәҙәниәте көндәрен, район сыуаштар канашын, Сыуаш дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле концерттарын уҙғарыу, ауыл китапханаһының әҙәби ҡунаҡтар бүлмәһендә шиғриәт кисәләрен ойоштороу тора. Әлеге мәлдә йәмғиәттең «Түбәнге Оло Йылға сәскәлектәре» бренд сараһы проекты әҙерләнә.
Түбәнге Оло Йылға ауыл биләмәһе советының иң яҡшы солистары һәм ижади һәүәҫкәр коллективтары: «Ҡояш нурҙары» балалар бейеү коллективы, «Сударушка» ветерандар фольклор коллективы, Оло Зиңгәрәй ауылының «Сәрби» фольклор коллективы, «Илем» Түбәнге Оло Йылға вокал коллективы ҡатнашлығында сағыу театрлаштырылған тамаша яңыртылған объектты асыу тантанаһын биҙәне. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм райондың Үҙәкләштерелген китапхана системаһының хеҙмәткәрҙәре сараның хөрмәтле ҡунаҡтары булды, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире Ынйы Шафиҡова.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика