07:52 (UTC+5), 06 Февраль 2017

Республикала Совет һалдатына бағышланған яңы скульптуралар ҡуйыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Совет һалдатына арналған иҫтәлекле обелиск һәм ике скульптура ҡуйыла. Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте уларҙы әҙерләүҙе финанслауҙы 2017 йылдың планына индергән. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, нигеҙ һалыу һәм эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла.
Һәйкәлдәр Совет һалдаты фигураһынан һәм ике ҡоролманан тора. Совет һалдатына һәйкәлде – Ҡырмыҫҡалы ауылында һәм Ишембай ҡалаһында, иҫтәлекле обелискты Өфө районының Авдон ауылында ҡуйыу күҙаллана. Эштәрҙең авторы – Өфөлә тыуып үҫкән скульптор-монументалист һәм архитектор Денис Стритович.
2015 йылда Ҡырмыҫҡалы районында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа атлы һәйкәл асыу тантанаһы булды. Уны ла яҡташыбыҙ Денис Стритович яһаған. Киң билдәле эштәре: Сергей Клычковҡа һәйкәл (Талдом районы, Мәскәү өлкәһе, 2001); изге Елисей Лавришевскийға һәйкәл (Лавришевский монастыры, 2009); тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл (Димитровград, 2010); Александр икенсегә һәйкәл (Белый Ключ, Ульяновск өлкәһе, 2011); хирург Валерий Шумаковҡа һәйкәл (Мәскәү, 2011), Ту-154 авиаһәләкәтендә һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ (Мәскәү, 2017).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика