11:53 (UTC+5), 06 Февраль 2017

Мәскәүҙә башҡорт режиссеры һәм фотографы Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге күргәҙмәһе асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә режиссер һәм фотограф Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге шәхси күргәҙмәһе асылды. «Мәҙәниәттәр диалогы» үҙәгендә күргәҙмәне асыуҙа Башҡортостанда тыуып үҫкән йәш Мәскәү артистары: альтта уйнаусы Камилә Биҡҡолова, «Заман» этно-проекты, «Алтын ай» һәм «Шоңҡар» ансамблдәре сығыш яһаны.
Гөлназ Ғәлимуллина — Беренсе канал режиссеры, унан алдараҡ Башҡортостан юлдаш телеканалында хәбәрсе һәм режиссер булып эшләй. Күп йыллыҡ стажлы, «ТЭФИ-Төбәк» һәм «New York Film Festival» наградаларына эйә режиссер ике йыл элек фотография менән мауыға башлай. Беренсе фотокүргәҙмәһе кеше тәбиғәтенең үҙенсәлектәрен тикшереү концепцияһына нигеҙләнгән. Күргәҙмә авторы хәҙерге селфиҙы үҙе күргән картина менән сағыштырырға тырыша.
«Кешеләр социаль селтәрҙә үҙҙәрен нисек күрһәтә һәм камера алдында үҙҙәрен нисек тота. Тап ошо фотокүргәҙмәнең концепцияһы булды ла инде. Һәр ҡунаҡҡа үҙенә оҡшаған эштәргә тауыш бирһен өсөн ҡағыҙ «лайк»тар таратылды, — тине Гөлназ Ғәлимуллина. — Һығымта шундай: кешеләр ғазап-әрнеүҙе түгел, гүзәллекте, наҙлылыҡты, нәфислекте күрергә теләй».
Күргәҙмә ай буйына эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика