10:03 (UTC+5), 06 Февраля 2017

Луганск шағиры 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары хаҡында поэма яҙған һәм уны башҡортсаға тәржемә итеүҙәрен һорай

сайт veteranrb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Луганскиҙа йәшәгән шағир Андрей Медведенко «Нескончаемый рейд» тигән поэма яҙған, унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлындағы иң киҫкен мәлдәренең береһен — Ворошиловградты (хәҙер Луганск) немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙе сағылдырған. 1943 йылдың февралендә составында Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге башҡорт атлылары булған кавалерия корпусы Донбаста Дебальцево тимер юл станцияһын баҫып алыу өсөн дошман тылы буйлап рейдҡа сыға. Хәрби бурысты ҙур юғалтыуҙар менән үтәйҙәр.
Автор әҫәрҙе Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәповҡа тапшырған һәм поэманы республикала баҫтырып сығарыуҙарын һәм уны башҡорт теленә тәржемә итеүҙәрен һораған, тип хәбәр итә «Башҡортостан ветераны» баҫмаһы. Әҫәрҙе сайтта уҡырға мөмкин.
Андрей Медведенко — Украинаның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, 40-тан ашыу шиғри һәм проза китаптары, «Сказ о Булавинском бунте», «Начдив летучий» тарихи поэмалары, Донбасты тергеҙеү тураһында «Притяжение любви» романы һәм башҡа әҫәрҙәр авторы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика