04:57 (UTC+5), 06 Февраль 2017

Билдәле башҡорт йырсыһы әҙәби журнал лауреаты булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың «Бельские просторы» журналы 2016 йылға әҙәби премиялар лауреаттарын иғлан итте. Уҙған көндәрҙә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Художество-графика факультеның күп функциялы үҙәгендә бүләкләү тантанаһы үтте.
«Проза» номинацияһында билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров «Ауылда шулай» хикәйәләр циклы өсөн еңеүсе тип билдәләнде. «Шиғриәт» номинацияһында Ольга Полянина «Үлемһеҙ хаталыҡ» шиғырҙар шәлкеме өсөн еңеү яуланы. «Берҙәмлек» номинацияһында Салауат Әбүзәров «Мәмерйә» хикәйәһе (Г. Байғотлина тәржемәһе) өсөн бүләкләнде. «Тәржемә» номинацияһында Гөлфирә Ғасҡарова Лариса Абдуллинаның «Балҡантау рухы» һәм Лира Яҡшыбаеваның «Зиләйлүк» повестарын тәржемә итеү өсөн билдәләнде.
Бөтә әҫәрҙәр ҙә 2016 йылда журнал биттәрендә донъя күрҙе. Лауреаттарҙың тулы исемлеге баҫманың рәсми сайтында урынлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика