10:32 (UTC+5), 03 Февраль 2017

«Тауыш.Балалар» шоуында ҡатнашыусылар араһында йәнә Өфө вәкиле буласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан тамашасылары «Тауыш.Балалар» телевизион музыкаль шоуының яңы миҙгелендә йәнә Өфө вәкилен күрәсәк. Былтыр уға сират етмәгәйне. Әлеге ваҡытта 14 йәшлек Кристина Ташкинова Мәскәүҙә беренсе этапҡа әҙерләнә. Тапшырыу бөгөн төшөрөлә башлай һәм 3, 4, 5 февралдә ҙур кинотелевизион концерндарының береһендә — «Главкино» майҙансығында үтә. Проект остаздары — Дима Билан, Нюша һәм Валерий Меладзе.
Тамашасылар беренсе сығарылышты йома, 17 февралдә ҡарай ала. Был көндә Өфө ҡыҙының сығыш яһаймы-юҡмы икәнлеге билдәһеҙ.
Ҡыҙ «Тауыш.Балалар» проектына бик етди һәм яуаплы ҡараған. Сентябрҙән алып ул Мәскәүҙә йәшәй, баш ҡала мәктәптәренең береһендә белем ала һәм йыр менән ныҡлап шөғөлләнә.
Кристина Ташкинова бер нисә тапҡыр ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге бәйгеләрҙә еңеү яулай. «Яңы Тулҡын» конкурсында (2013, 2014) ике йыл рәттән ярымфиналға үтә. 2013 йылда Волгоградта Дельфий уйындарында һәм Германиялағы конкурста Башҡортостан исеменән сығыш яһай, унда ла призлы урынға лайыҡ була.
Кристина был конкурста — Өфөнән икенсе вәкил. Уҙған миҙгелдә проектта Марсель Сабиров ҡатнашты һәм Леонид Агутин командаһында финалға сыҡты.
Бынан алдараҡ «Тауыш.Балалар» проектында Мәләүездән Мария Мирова (Дима Биландың командаһы), Ишембайҙан Наилә Өмөтбаева (Пелагея командаһы), Ауырғазы районынан Рушана Вәлиева ҡатнашҡайны.
Өлкәндәрҙән Злат Хәбибуллин, Дина Ғарифуллина һәм Борис Шешера сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика