Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Февраль 2017, 17:37

«Нур» театры билдәле «Башмағым» спектаклен заманға яраҡлаштырып сәхнәләштерә

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле «Башмағым» спектакле Өфөләге «Нур» татар дәүләт театры репертуарына кире ҡайта. Хәбибулла Ибраһимовтың пьесаһы буйынса ҡуйылған был спектакль театрға 25 йыл тулыуға арнала. Композиторы — Йәүҙәт Фәйзи, либретто авторы — Тажи Ғиззәт. Премьера 10 һәм 11 февралдә була.
Меңдәрсә тамашасының яратҡан музыкаль комедияһы заманға яраҡлаштырып сәхнәләштерелә, тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәби бүлегендә. Билдәле сюжеттың ваҡиғалары бөгөнгө көндән башлана — спектаклдә ваҡыт, музыкаль стилдәр һәм костюмдар берләшә, декорациялар шартлы. Яңы спектаклдең жанры — музыкаль комедия-водевиль. Спектаклдә актерҙарҙың һәм уйын ҡоралдарының тере тауышы ғына яңғырай. Төп ролде актриса Гөлназ Биктимерова башҡара.
1992 йылда «Нур» театрының тәүге миҙгеле «Башмағым» спектакле менән асылған. Был юлы тамашаның төп атрибуты — шул уҡ иҫ киткес матур башмаҡтар. Ошо талисман йәнә уңыш килтерер, тип өмөтләнә ҡуйыусылар.
«Иң мөһиме — спектаклдәр төрлө булырға, бер-береһен ҡабатламаҫҡа тейеш. Хәҙер беҙ икенсе заманда йәшәйбеҙ. Заманса технологиялар, театр стилдәре һәм зауыҡтар үҙгәрә. Хатта эске ритм һәм менталитет та башҡаса, — ти спектаклдең режиссеры Байрас Ибраһимов. — Ул ваҡытта театрҙың үҙенең сәхнәһе булмаған, актерҙар ҙа аҙ, күмәк сәхнәләр өсөн театр факультеты студенттарын йәлеп итергә тура килгән. Ҡырағай тип әйтерлек шарттарҙа эшләгәндәр. Бөгөн иһә тулы ҡанлы эшләү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған: тәжрибәле актерҙар, сәхнә мөмкинлектәре һәм башҡалар».
«Был бөтөнләй икенсе спектакль. Ул саҡта мин төп героиняны уйнағайным, ә хәҙер уның әсәһе ролендәмен. Ҡатмарлы материал өҫтөндә эшләү йәш артистар өсөн сираттағы имтихан һәм шул уҡ ваҡытта яҡшы мәктәп булды. Тамашасылар өсөн дә спектакль ысын байрамға әүерелер, тип ышанам», — тине 1992 йылда ҡуйылған «Башмағым»да ҡатнашыусы, актриса Резида Фәхруллина.
Читайте нас: