02:58 (UTC+5), 03 Февраля 2017

Магнитогорскиҙа башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығына арналған концерт үтте

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Магнитогорскиҙа күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығына арналған концерт үтте. Магнитогорск технология колледжында ҡуйылған программала урындағы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң башҡорт мәҙәниәте бүлеге коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты.
Студенттар менән осрашыуҙа педагог Әнүзә Исхаҡова композиторҙың тормош һәм ижад юлы хаҡында һөйләне. «Толпар» ирҙәр йыр ансамбле «Батырҙар йыры» һәм «Шайморатов генерал» йырҙары менән сығыш яһаны. «Ҡарлуғас» халыҡ фольклор ансамбле коллективы композиторҙың «Башҡорт ҡымыҙы» шаян йырын башҡарҙы.
Осрашыуға Өфө сәнғәт институтын тамамлаған автор-башҡарыусы Азамат Усманов килде. Ул студент йылдары хаҡында һәм Заһир Исмәғилев менән осрашыу хәтирәләре менән уртаҡлашты. Студенттар һәм уҡытыусылар артистарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, рәхмәттәр әйтеп, бындай сараларҙы йышыраҡ уҙғарыуҙарын һораны, тип хәбәр итте республиканың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика