13:40 (UTC+5), 03 Февраля 2017

Өфөлә «Башҡортостандың 100 исеме» проектының исемлеге иғлан ителде

Илгиз Буранбаев
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә Башҡортостан юлдаш телеканалының «Башҡортостандың 100 исеме» проекты исемлеге иғлан ителде. Күләмле телемарафон Башҡортостан юлдаш телевидениеһы башланғысы менән ойошторолдо. Тамашасылар телеканалдың сайтына республиканың үҫешенә тос өлөш индергән эшмәкәрҙәрҙең исемдәрен ебәрҙе.
Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән матбуғат конференцияһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры Ғәлим Яҡупов тамашасыларҙың бик әүҙем булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, көнөнә тауыш биреүселәрҙең һаны алты меңгә лә барып еткән.
Комиссия рәйесе, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһрә Рәхмәтуллина «Башҡортостандың 100 исеме» — «тәү сиратта тамашасыларҙың проекты», ул мөһим берләштереүсе әһәмиәткә эйә, тип билдәләне. Телеканалдың баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова һәм интернет-тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Марат Шафиҡов тәүҙә бөтә республиканан кандидаттар буйынса 10 меңдән ашыу тәҡдим алыуҙарын һөйләне.
«Тауыш биреүҙең беренсе этабында Мәсетле, Баҡалы һәм Бишбүләк райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Баймаҡ ҡалалары халҡы айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Ил буйынса Нижневартовск, Мәскәү, Магнитогорск ҡалаларына етеүсе булманы, — тине баш мөхәррир. — Икенсе этапта Бишбүләк, Бәләбәй һәм Дүртөйлө райондары алға сыҡты. Уларҙың вәкилдәре социаль селтәрҙәрҙә даими рәүештә яҡташтары өсөн тауыш бирергә өндәне».
Проектты 2019 йылда финалдан һуң, әммә башҡа майҙансыҡтарҙа дауам итергә кәрәк, тип ышаналар комиссияла. Проект буйынса республика картаһын булдырыу, тематик дисктар, китаптар сығарыу тәҡдимдәре яңғыраны. Төрлө ойошмалар һәм предприятиелар сайттарында үҙҙәренең 100 исемен урынлаштыра ала. Башҡортостан юлдаш телеканалы ошо йәһәттән райондарға ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, исемлек әҙер һәм уға бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәйәсәк. Республиканың йөҙҙәрсә күренекле эшмәкәрҙәре хаҡында документаль фильмдар, 200 исемлегенә ингән шәхестәр тураһында роликтар һәм сюжеттар төшөрөү ҡаралған. Шулай уҡ исемлеккә эләкмәгән, ләкин үҙенсәлекле яҙмышлы, уларһыҙ бөгөнгө республиканы күҙ алдына ла килтереп булмаған кешеләр хаҡында «Билдәһеҙ Башҡортостан» проектын ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.
Проект хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт — tv-rb.ru сайтында.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика