02:06 (UTC+5), 03 Февраля 2017

Башҡорт дәүләт филармонияһында киләһе концерт миҙгеленә абонементтар һатыла башланы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһында киләһе 79-сы миҙгелгә – 2017-2018 йылдарға абонементтар һатыла башланы. Республиканың төп концерт ойошмаһы Рәсәйҙең 42 филармонияһы иҫәбендә тәүгә Берҙәм филармония абонементтары һатыу көнөнә ҡушылған. Алдан мәғлүмәт менән танышып, баш ҡалабыҙҙың иң әүҙем меломандары абонементтар һатып алырға килгән. Бер көн эсендә 300-ҙән ашыу абонемент һатылған.
«Абонементтар — 25 процентҡаса ташлама ғына түгел, ә туғандарға һәм яҡындарға теләһә ниндәй байрамға үҙенсәлекле бүләк тә. Тәҡдим ителгән 12 абонементтан һәм кем үҙенә тап килгәнен табасаҡ. Орган, фортепиано, камера музыкаһы, джаз булһынмы ул. Әлегә «Филармония миксы» исемле абонемент алдынғы килә. Тыңлаусы үҙ аллы үҙенең концерттар циклын төҙөй ала», — тип хәбәр иттеләр филармонияның матбуғат хеҙмәтендә.
1 февралдән ағымдағы һәм киләһе миҙгел дауамында абонементтар көн һайын һатыла. Уларҙы һатыу йәрминкәһе 13 февралдә киске сәғәт 4-тән башлана. Шулай уҡ яңы акция иғлан ителгән: касса залында лототрон урынлаштырылған, 78 һәм 79 һанлы (ағымдағы һәм киләһе концерт миҙгеленең тәртип һандары) ҡағыҙ биттәрен сығарыусылар «Иң яҡшы көн» филармония проектының эксклюзив концерттарының береһенә бушлай билет аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика