06:18 (UTC+5), 02 Февраль 2017

«Башҡортостандың 100 исеме» телемарафоны сиктәрендә интернет аша тауыш биреү тамамланды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостандың 100 исеме» күләмле телемарафоны барышында интернет аша тауыш биреү тамамланды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы проекты ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, тамашасылар төбәк үҫешенә, уларҙың фекеренсә, тос өлөш индергән кешеләрҙең исемдәрен сайтҡа ебәрҙе. Тәҡдимдәр араһында билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, йәмәғәтселәрҙең, сәйәсмәндәрҙең исемдәре бар.
Махсус комиссия 200 дәғүәсене һайлап алған. Исемлек tv-rb.ru сайтында бирелгән. Уны йома көндө матбуғат конференцияһында иғлан итәләр. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республиканың йөҙ атаҡлы эшмәкәре хаҡында документаль фильмдар һәм тапшырыуҙар әҙерләнәсәге билдәле.
«Конкурс бының менән генә тамамланмай, — ти телевидение студияһының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова. — Эстафетаны республика райондары, ҡалалары ҡабул итә. Ҡайһы берәүҙәрҙең үҙҙәрендә «Райондың 100 исеме» конкурсын уҙғарырға ниәтләнеүе тураһында мәғлүмәт бар. Шунлыҡтан кандидаттары «Башҡортостандың 100 исеме» проектына инмәүенә төшөнкөлөккә бирелгән тамашасылар геройҙарының исемдәре онотолмаҫ, тип ышана ала».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика