Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль 2017, 10:35

Ул ҡурайҙың тылсымлы тауышын яратырға васыят әйтте (ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 85 йыл)

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Владимир Романов/. Билдәле виртуоз ҡурайсы, бик күп конкурстар лауреаты, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев, Кәрим Дияров һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән исемен мәңгелеккә республикабыҙҙың музыка сәнғәте тарихына яҙған Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа бөгөн 85 йәш тулған булыр ине.
Сәйфулла Ишғәле улы Дилмөхәмәтов 1932 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ның Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Бала саҡтан әсәһе башҡарыуында боронғо башҡорт йырҙарын яратып тыңлай. Әсәһе иҫ киткес һирәк тембр тауышына эйә була, халыҡ бейеүҙәрен дә матур башҡара.
Ҡурай уның тормошона иртә йәштән инә – ҡурайҙа олатаһы, атаһы Ишғәле Шәмсетдин улы уйнай. Улар Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың артабанғы яҙмышына йоғонто яһай ҙа инде. Өлкән ағаһы Ишмулла ла күренекле виртуоз ҡурайсы булып китә. 6-7 йәшендә ук был музыка ҡоралын үҙенә буйһондора. Йылдан-йыл үҙ оҫталығын камиллаштырып, ҡурайҙа уйнауҙың юғары кимәленә етә, уйнауға һәм уны эшләүгә яңылыҡтар индерә. Ул тәбиғәт тарафынан бүләкләнгән, тыумыштан талантлы кеше.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Сәйфулла Дилмөхәмәтов 1946 йылда Йылайыр районының урман хужалығында урман ҡырҡыусы булып башлай, артабан Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң Матрай машина-трактор станцияһында, «Йылайыр» урман хужалығында, «Башҡорт» совхозында эшләй. 1971-1974 йылдарҙа Иҫке Яҡуп ауылында клуб мөдире була.
1976 йылдан алып Сәйфулла Ишғәле улы күрше Хәйбулла районында хеҙмәт итә: Подольск урта мәктәбендә, 1983-1992 йылдарҙа Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡьяр балалар сәнғәт мәктәбенең Подольск филиалында уҡыта.
Ҡурай менән бер ҡасан да айырылмай, бөтә ғүмерен яратҡан музыка ҡоралына бағышлай. Үҙенең тәүге наградаһын 1958 йылда район үҙешмәкәрҙәр конкурсында ҡатнашҡаны өсөн ала. Төрлө йылдарҙа Сәйфулла Ишғәле улы юғары кимәлдәге төрлө конкурстарҙа һәм байрамдарҙа билдәләнә. 1987 йылда Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә лауреат була һәм почетлы билдә менән бүләкләнә. Сәйфулла Дилмөхәмәтов – «Берҙәмлек-Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале (2003 йылда Октябрьский ҡалаһында Гран-при яулай), республика ҡурайсылар конкурсы (1968 йылда Сибайҙа һәм 1998 йылда Өфөлә), Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика музыканттар конкурсы (1982 йылда Өфөлә Гран-при яулай) лауреаты.
1982 йылда Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә.
Республикала һәм унан алыҫта Сәйфулла Ишғәле улының эшләгән ҡурайҙарын яҡшы беләләр һәм хөрмәт итәләр. Шуның өсөн 1987 йылда СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә «Ҡурай- халыҡ музыка ҡоралын эшләү оҫтаһы» исеме бирелә. Үҙенең оҙаҡ йылдар дауамындағы эшмәкәрлегендә Хәйбулла районында тотош быуын ҡурайсыларын үҫтерә, улар уҡытыусыһының эшен намыҫлы дауам итә. Уның эшен баһалап, танылған халыҡ оҫтаһы һәм уҡытыусыға район етәкселеге «Хәйбулла районының почетлы гражданы» исемен бирә.
Үҙенең 70 йәшлек юбилейы тантаһында Сәйфулла Дилмөхәмәтов былай тигәйне: «Ҡурайсыларҙың күбәйгәндән-күбәйә барыуы өсөн бик шатмын. Үҙ-үҙем, халҡым алдындағы бурысты үтәнем, тип әйтә алам».
Сәйфулла Дилмөхәмәтов 2004 йылдың 27 авгусында вафат булды һәм тыуған ауылында ерләнде.
2011 йылда уның иҫтәлегенә Аҡьярҙағы район мәҙәниәт һарайында таҡтаташ асылды. Йыл һайын Хәйбулла районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторола.
Автор: Владимир Романов
Читайте нас