12:25 (UTC+5), 01 Февраля 2017

Башҡортостан театрҙарҙың ижади эшмәкәрлегенә ярҙам итеү өсөн 35 миллион һум самаһы аҡса аласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан театрҙарҙың ижади эшмәкәрлегенә ярҙам итеү өсөн 34,8 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Тейешле ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған.
Быйыл илдең 56 төбәге муниципаль театрҙарҙың ижади эшмәкәрлегенә ярҙам итеүгә 670 миллион һум субсидия аласаҡ, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтында.
Аҡса төбәктәрҙең 300 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа муниципаль театрҙарҙың ижади эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә һәм матди-техник базаһын нығытыуға бәйле сығым йөкләмәләрен берлектә финанслау өсөн тәғәйенләнгән, тиелә белдереүҙә.
Ҡабул ителгән ҡарар мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт ярҙамын күрһәтеү системаһын камиллаштырыу һәм төбәктәрҙең муниципаль мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам күрһәтеү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Субсидиялар 2013-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Мәҙәниәтте һәм туризмды үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә бүленә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика