02:48 (UTC+5), 01 Февраля 2017

Баш ҡалала Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек башланған

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерлек башланған. Быуат юбилейы 2018 йылдың 5 февралендә билдәләнә. Республика Башлығының ҡарар проекты Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған.
Республика Яҙыусылар союзында хәбәр итеүҙәренсә, шағирҙың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә һәм уның тыуған төйәге Дүртөйлө районында юбилей кисәләре ойоштороласаҡ. Шулай уҡ Назар Нәжмиҙең шиғырҙарын тасуири уҡыусылар һәм шиғырҙарын рус теленә тәржемә итеүселәр өсөн асыҡ республика конкурстарын уҙғарыу күҙаллана.
Күренекле шағирҙың тыуыуына 99 йыл тулған көндә уны Башҡортостанда ла, Татарстанда ла иҫкә аласаҡтар. Шағирҙың ижады менән рәсми сайтта танышырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика