10:27 (UTC+5), 31 Ғинуар 2017

Төбәктә Шәйехзада Бабичтың ижадына арналған бәйге ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Шәйехзада Бабичтың ижадына һәм республиканың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған конкурсҡа ижади эштәр ҡабул итеү башлана. Бәйгелә 2-11 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Номинациялар: шиғриәт, проза (хикәйә, инша, повесть, миниатюра), публицистика (мәҡәлә, очерк, фельетон). Конкурсҡа башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған әҫәрҙәр ҡабул ителә. Темаһы ирекле, әммә Ш.Бабичтың тормошо һәм ижады, республиканың 100 йыллығы менән ауаздаш булырға тейеш.
Бәйге өс этапта үтә: I этап — ижади эштәрҙе ҡабул итеү (1-28 февраль); II этап — конкурс комиссияһының тәҡдим ителгән эштәрҙе баһалауы (1-15 март); III этап — финал, ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү, финалсыларҙың үҙҙәре яҙған әҫәрҙәре менән сығыш яһауы (18 марттан да һуңға ҡалмайынса).
Эштәрҙе 1 мартҡа тиклем babis_muzeum@mail.ru адресына ебәрергә йәки баҫылған вариантты Дүртөйлө районы, Әсән ауылы, Н. Йоносов урамы, 20 адресына килтерергә кәрәк.
Конкурсты ойоштороусы булып Милли Әҙәби музей филиалы — Шәйехзада Бабич музейы сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика