03:21 (UTC+5), 31 Ғинуар 2017

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙенең 85 йыллығын билдәләй

Лилиә Заһирова
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 5 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Юбилейға арналған тантаналы кисә 21 мартҡа билдәләнгән. Байрам Халыҡ-ара ҡурсаҡ театры көнөнә арналған. Был көндө театр үҙенең ҡунаҡтарын юбилей миҙгеленең иң көтөп алған премьераһы – көнсығыш әкиәттәре мотивы буйынса өлкәндәр өсөн «Мең дә бер кисә» спектакле менән ҡыуандыра. Ҡуйылышҡа «Алтын битлек» премияһы лауреаты — режиссер Петр Васильев һәм Санкт-Петербургтан рәссам-ҡуйыусы Алевтина Торик саҡырылған.
Башҡорт ҡурсаҡ театры Өфө тәжрибә күрһәтеү мәктәбе ҡарамағында үҙешмәкәр түңәрәк булараҡ ойошторола. Мария Елгаштина шул түңәрәкте етәкләй. Ул ҡурсаҡ театрының тәүге директоры һәм режиссеры ла була. 85 йылда театр бай ижади тәжрибә туплай. Театр Венгрияла, Төркиәлә, Әзербайжанда халыҡ-ара фестивалдәрҙә дипломдар менән билдәләнә, ә 1987 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була. Башҡорт ҡурсаҡ театры йыл һайын Рәсәй ҡалаларына фестивалдәргә йөрөп, лайыҡлы наградалар алып ҡайта.
«Бөгөн театр өмөт менән тулы, тамашасыларын ҡабат-ҡабат ҡыуандырырға әҙер, ә уның йәш директоры Альберт Имамутдинов, Рәсәй һәм сит ил ҡурсаҡ театрҙарының иң яҡшы ҡаҙаныштарына таянып, коллективты ышаныслы етәкләй», — ти әҙәби өлөш буйынса баш режиссер ярҙамсыһы Диана Гәрәева.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика