12:46 (UTC+5), 31 Января 2017

Ғашиҡтар көнө алдынан Өфөлә «Филармонияға — һөйөү менән!» конкурсы иғлан ителгән

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт филармонияһы «Филармонияға — һөйөү менән!» тип аталған конкурс ойоштора. Ул 1 февралдән 12-нә тиклем дауам итә. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең мөхәббәт тарихын шиғыр, проза, йыр, видеомөрәжәғәт рәүешендә яҙып, Facebook, «Бәйләнештә», «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге филармония төркөмөнә йәки lugovaya_mf@mail.ru.электрон почтаһына ебәрергә тейеш.
Иң күп «лайктар» йыйған һәм компетентлы жюри һайлап алған кеше еңеүсе тип иғлан ителә. Конкурстың лидеры танылған музыкант, скрипкасы Марат Саҙрыевтың концертында абруйлы ҡунаҡ буласаҡ һәм уның ҡулынан иҫтәлекле бүләк аласаҡ. Концерт 13 февралдә уҙа, киске сәғәт 7-лә башлана.
«Беҙҙең эстрадалағы иң романтик музыканттың концертына һөйгәндәре менән килгәндәрҙе үҙенсәлекле бүләктәр көтә. Мәҙәни сараларға яңғыҙ йөрөргә яратыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ», — тип билдәләнеләр филармонияның матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика