03:55 (UTC+5), 30 Ғинуар 2017

Мәскәү тәнҡитсеһе Алексей Бартошевич Башҡорт драма театрында «Антигона» ҡуйылышын баһаланы

БР Мәҙәниәт министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Мәскәү тәнҡитсеһе Алексей Бартошевич Башҡорт академия драма театрында Жан Ануйҙың пьесаһы буйынса Ҡазан режиссеры Фәрит Бикчәнтәев ҡуйған «Антигона» спектаклен баһаланы. Ҡуйылыштан һуң театр белгесе ижади коллектив менән осрашты, спектаклгә анализ яһаны һәм уның тураһында үҙ фекерен белдерҙе:
«Был иҫ киткес заманса спектакль. «Антигонаның» тексы миңә бик яҡшы таныш, бер нисә тапҡыр был пьеса буйынса ҡуйылышты күрҙем. Актерҙарға, театрға, режиссерға ошо пьесаны һайлағандары өсөн афарин, тип әйтәм. Был спектакль, кешене, файҙа барлығына, йә юҡлығына ҡарамай, үҙ дәрәжәһен һаҡлап ҡалыу мөмкинлегенә эйә булыуына өйрәтә. Кешенең дәүләт, алла, ғаилә алдында бурысы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әммә Жан Ануйҙың геройы алдында үҙ-үҙе алдындағы бурыс иң мөһиме булып ҡала. Тик уны кешенән бер нисек тә алып булмай. Был бик заманса яңғырай», — тип «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы Бартошевичтың һүҙҙәренән өҙөмтә килтерә.
Спектаклдә Антигонаның ролен – актриса Лилиә Ғәлина, Креонды театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов башҡара. Театр эшмәкәрҙәре союзының съезында билдәле театр тарихсыһын саҡырыу идеяһы килеп тыуғанын һөйләй ул. Алексей Бартошевич кеүек бөйөк театр эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар актерҙарҙың аң даирәһен киңәйтә, театр процесын яҡшыраҡ аңларға һәм унда үҙенең урынын табырға ярҙам итә, тип билдәләне театр етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика