10:12 (UTC+5), 30 Ғинуар 2017

Өфөлә Ҡурай байрамында яңы халыҡ уйын ҡоралдары яңғыраясаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» тип аталған концерт уҙа. Йыр-моң һөйөүселәрҙе 2 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһына саҡыралар. Милли халыҡ ҡоралдары оркестры программаһында башҡорт халыҡ көйҙәре, Башҡортостан композиторҙары Заһир Исмәғилев, Нур Дауытов, Илдар Хисаметдинов, Анатолий Кукубаев, Урал Иҙелбаевтың музыкаһы яңғырай. Шулай уҡ сәхнәлә «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө (художество етәксеһе Ринат Рамазанов), ҡурайсылар — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Артур Ғайсаров, Башҡортостандың халыҡ артистары Римма Амангилдина һәм Азамат Тимеров, Марсель Ҡотоев, ҡыл-ҡумыҙсы Аяз Нухов сығыш яһай.
Былтыр 19 ноябрҙән 19 декабргә тиклем «Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» проекты һигеҙ ҡалала: Ҡурғанда, Ырымбурҙа, Ижевскиҙа, Пермдә, Магнитогорскиҙа, Силәбелә, Мейәстә һәм Мәскәүҙә булды.
«Республиканан ситтә йәшәүселәр башҡорт музыкаһы һәм мәҙәниәте менән бик ҡыҙыҡһына. Быға Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә инандыҡ. Хатта Мәскәүҙә, метрола сығыш яһағанда ла кешеләр туҡтап, концертыбыҙҙы ҡыҙыҡһынып тыңланы, тыуған төйәгебеҙ хаҡында һорауҙар бирҙе», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Милли халыҡ ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе һәм дирижеры Линар Дәүләтбаев.
Ил буйлап бөтә гастроль концерттары видеоға төшөрөлдө, ошо яҙмалар коллективтың архивына инде. Киләсәктә Милли халыҡ ҡоралдары оркестры башҡорт авторҙары әҫәрҙәрен студияла яҙҙыра башларға ниәтләй. Әле коллектив баш ҡалала үтәсәк Ҡурай байрамы алдынан репетициялар яһау менән мәшғүл.
«Оркестрҙа төркөмләп репетициялар үткәрелә башланы. Яңы уйын ҡоралдарына: думбыраға, ҡыл-ҡумыҙға заказ бирҙек. Мәскәү оҫталарының береһе башҡорт думбыраһына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, беҙгә кәңәшмәгә килде һәм оркестр өсөн яңы думбыралар яһаны», — тип хәбәр итте Линар Дәүләтбаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика