05:52 (UTC+5), 27 Января 2017

Өфөлә Ғәскәров исемендәге ансамбль «Комбриг Мортазин» исемле яңы бейеү ҡуя

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Комбриг Мортазин» тип аталған яңы бейеү өҫтөндә эшләй. Хореографик әҫәр Октябрь революцияһының 100 йыллығына һәм республика ойошторолоуға 100 йыл тулыуға бағышланған. Бейеүҙе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәис Низаметдинов ҡуя.
«Бейеү легендар комбриг, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Муса Мортазинға арналған (бындай кешеләр илдә 21 генә). Ул көмөш ҡылыс һәм алтын сәғәт менән бүләкләнгән, — ти хореограф-ҡуйыусы. — Яңы бейеүҙә бригаданың оҫта етәксеһе Мортазин, уның ҡыйыу яугир егеттәренең образдары сағылыш табасаҡ».
Рәис Низаметдинов әйтеүенсә, бейеүҙең сюжетына комбригка ҡылыс биреү инәсәк, хәрәкәттәрҙә джигитовка элементтары файҙаланыласаҡ. Яңы әҫәр өҫтөндәге эшкә костюмдар буйынса рәссам Ольга Веревкина һәм оркестрҙың музыкаль етәксеһе Риф Моратшин йәлеп ителгән. Бейеүҙең премьераһы 2017 йылдың көҙөндә көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика