04:56 (UTC+5), 27 Ғинуар 2017

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле яңы йылда үҙенең тәүге концерты менән сығыш яһаясаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле 2017 йылда тәүге концерты менән сығыш яһаясаҡ. Донъя халыҡтарының йыр һәм бейеүҙәренән торған ҙур программа 16 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Концертта балет, хор артистары, «Забава» рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле, солистар Илшат Шәйхуллин, Алена Завьялова, Венера Юлгилдина, Салауат Мөхәмәтйәров ҡатнаша.
«Тамашасыларҙы ир-егеттәр балет төркөмө башҡарыуында яңы «Аманат» башҡорт бейеүенең премьераһы көтә. Бейеү композицияһының авторы – билдәле балетмейстер Хәлил Ишбирҙин. Бөтә йырҙар һәм бейеүҙәр ҙә музыка ҡоралдары оҙатыуында башҡарыла», — тип хәбәр итте коллектив администраторы Азат Баязитов.
«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле өсөн быйылғы миҙгел юбилейлы. Бейеү коллективы ойошторолғанға 25 йыл тула, шул ваҡыттан алып коллектив булараҡ хәҙерге күп яҡлы статус алыуына – 10 йыл. Апрелдә Өфөләге Конгресс-холда юбилей саралары уҙа. 2015 йылдың ноябренән алып коллективты Башҡортостандың халыҡ артисы Илүзә Ноғманова етәкләй, ансамбль артистары араһында – халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары, маҡтаулы исемдәр һәм наградалар менән бүләкләнеүселәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика