07:06 (UTC+5), 27 Ғинуар 2017

Өфөлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары шиғриәтен тәржемәләү мәсьәләләре буйынса семинар уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары шиғриәтен тәржемәләү мәсьәләләре буйынса семинар ойошторола. 27 ғинуарҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға танылған башҡорт шағирәләре, тәржемәселәр, журналистар, студенттар йыйыла. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
Сара барышында Тамара Искәндәриәнең (Юлдашева) рус теленә тәржемәләнгән «Таш йылға» шиғри йыйынтығының исем туйы үтә. Китап «Инеш» нәшриәтендә донъя күргән. Шиғырҙарҙы башҡорт теленән Роберт Паль, Ғәзим Шафиҡов, Леонид Соколов, Павлодарҙан Ольга Григорьева, Мәскәүҙән Владимир Коробов, Сергей Янаки, Светлана Чураева, Айҙар Хөсәйенов тәржемә иткән.
«Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡатмарлы һәм бай эске донъяһы, мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙарҙа өндәр гармонияһы тәржемәсенән үҙенә һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуҙы талап итә. Сөнки шиғырҙар — уй-фекер, хис-тойғолар ғына түгел. Уларҙы башҡа телдә сағылдырыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмайҙыр, бәлки. Иң ауыры — телдең күркәмлеген, һүҙҙең, ижектең матурлығын биреү», — тип билдәләне Тамара Искәндәриә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика