14:12 (UTC+5), 27 Января 2017

Башҡортостанда дин әһеле һәм мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевтың иҫтәлегенә саралар ойошторола

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда дин әһеле, мәғрифәтсе һәм реформатор, шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың иҫтәлегенә төрлө саралар үткәрелә. Ошо хаҡта кисә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетындағы дини ойошмалар эшмәкәрлеген координациялау буйынса комиссия ултырышында ҡатнашыусылар белдерҙе.
1 февралдә баш ҡалала «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев — күренекле башҡорт философы, мосолман донъяһының дин белгесе һәм мәғрифәтсеһе» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола. Ғалим тап 100 йыл элек — 1917 йылдың 2 февралендә донъя ҡуйған, һәм түңәрәк өҫтәл уның иҫтәлегенә бағышлана.
«Уның шәхесен һәм ижадын тикшереү хәҙерге йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки Зәйнулла Рәсүлевтың тәғлимәте — традицион ислам ул. Илдә уға кире ҡайтыу төп бурыстарҙың береһе тип иғлан ителгән. Бөйөк башҡорт шәйехенең шәхесе Рәсәй мосолмандары араһында ҙур абруй менән файҙалана. Уның мираҫын популярлаштырыу Рәсәйҙәге традицион исламды нығытыуға булышлыҡ итәсәк», — тип билдәләне ойоштороусылар.
3 февралдә Учалы ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсеттә йәмәғәтселек һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы ҡатнашлығында йома вәғәзе, йыйылыш, ҡорбан килтереү һәм аш табыны була. Был турала Ҡоролтай Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Марат Ғилманов хәбәр итте.
Ултырышта дин өлкәһендә кадрҙар, хәҙерге донъяла башҡорттарҙы популярлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Туған телдә мәғлүмәтте дөрөҫ еткереү зарур, тип билдәләне сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, тәржемәсе, википедиясы Гүзәл Ситдиҡова. Комиссияның 2016 йылдағы эшенә йомғаҡ яһап, быйылға бурыстар, шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү билдәләнде.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика