Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар 2017, 10:18

Яратҡан йырсыһыҙ бер йыл: Башҡортостан һәм Татарстан халҡы Вәсилә Фәттәхованы иҫкә ала

социаль селтәрҙәр
социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 26 ғинуарҙа, Башҡортостан һәм Татарстандың меңләгән тамашасыһының яратҡан йырсыһы Вәсилә Фәттәхованың донъя ҡуйыуына бер йыл тула. Сәскә атып килгән артистың, ике бәләкәй бала әсәһенең ваҡытһыҙ үлеме уның ижадын һөйөүселәр, шулай уҡ уның «Тыуған яҡ», «Яңғыҙ миләш», «Әйтелмәгән мөхәббәтем» йырҙарын ишеткән һәр кем өсөн ауыр кисереш була.
Йырсыны иҫкә алып ике республикала ла хәтер саралары уҙасаҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Телеүҙәк» тапшырыуында йырсының «Fүмер буйы көткән бәхетем» йырына яңы клип күрһәтелә.
«Туған тел» телеканалында (Башҡортостан) киске сәғәт 9-ҙа Вәсилә Фәттәхованың 2013 йылдың апрелендә Өфөләге һуңғы яңғыҙ концерты яҙмаһы эфирға сыға.
TMTV Татарстандың музыкаль каналында Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 5-тә йырсының иҫтәлегенә «Яҙҙар һайын» хәйриә концерты күрһәтелә. Уны интернет аша www. tmtv-online.ru сайтында ҡарарға мөмкин.
Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт һәм татар эстрадаһына арналған төркөмдәрҙә көнө буйы видеоклиптар, аудиояҙмалар, фотолар һәм йырсыны яҡындан белгән кешеләрҙең хәтирәләре ҡуйыла. Ижадын яратҡан кешеләр уға шиғырҙар арнай. Йырсы тураһында хәтирәләр китабын яҙыу һәм артист иҫтәлегенә сайт асыу тәҡдимдәре менән уртаҡлашалар.
Башҡортостан һәм Татарстан халҡы үҙенең яратҡан йырсыһын йыл буйы хәтерләй. 2016 йылдың февралендә Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында «Тыуған яҡ» йырын башҡарып флешмоб ойошторолдо. Төрлө милләт һәм йәш вәкилдәре, шул иҫәптән балалар ҙа музыкаһыҙ, ҡул сабып, аяҡтар менән тыпырлап яратҡан йырҙы башҡарҙы. Тыуған яҡҡа һөйөү нигеҙендә төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән йыр ике тапҡыр башҡарыла.
2016 йылдың 8 февралендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында, Вәсилә Фәттахованың фажиғәле китеүен алдан белдергән кеүек, «Ашығаһың» йырына клиптың премьераһы күрһәтелде.
27 апрелдә «RADUS» продюсерлыҡ үҙәге Өфөнөң Йәштәр һарайында «Яҙҙар һайын…» исемле хәйриә концертын ойошторҙо. Унда Вәсилә Фәттәхованың һуңғы «Ашығаһың» альбомының презентацияһы үтте. Йыйылған аҡса мәрхүмәнең балаларына – Кәрим менән Камилаға ярҙамға йүнәлтелде.
7 ноябрҙә – Учалыла, 8 ноябрҙә йырсының тыуған төйәге Белоретта хәтер концерттары үтте.
2017 йылдың 18-19 апрелендә Татарстандың Яр Саллы һәм Ҡазан ҡалаларында йырсы иҫтәлегенә хәйриә концерттары уҙғарыу күҙалланған. Концерттарҙа ике республиканың эстрада йондоҙҙары ҡатнаша. Билеттар һатыуға сығарылған.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: