06:42 (UTC+5), 26 Января 2017

Силәбелә «Осҡон» башҡорт киноһы фестивале уҙасаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбелә «Осҡон» башҡорт видео һәм сценарий фестивале уҙасаҡ. 4 һәм 5 февралдә конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү күҙалланған. Тәүге көндә белгестәр сценарий, актерлыҡ, операторлыҡ, режиссерлыҡ сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.
Фестивалдең икенсе көнө конкурсҡа йомғаҡ яһауға арнала. 5 февралдә башҡорт телендә сценарийҙар питчингы уҙа, премьералар күрһәтелә, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтә.
«Осҡон» башҡорт видео һәм сценарий конкурсы икенсе тапҡыр уҙғарыла. Былтыр кинофестивалдә Башҡортостан, Силәбе һәм күрше төбәктәрҙән 60 эш ҡарала. Быйыл «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы», «Документаль фильм», «Анимация видеоролигы», «Социаль видеоролик» һәм «Микрокино» номинациялары буйынса эштәр ҡабул ителә. Абруйлы кинематограф һәм мәҙәни өлкә вәкилдәренән торған жюри 200 мең һумлыҡ бүләк фондын бүләсәк.
Конкурстың маҡсаты: башҡорт кинематографын үҫтереү һәм популярлаштырыу, ватандаштарыбыҙҙың ижади потенциалын асыу һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү, башҡорт мәҙәниәте ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм мөһим социаль проблемаларға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.
Фестивалде ойоштороусылар – Силәбе өлкәһендә Башҡорт йәштәре союзы һәм Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларындағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы. Сараның тулыраҡ тасуирламаһы һәм программаһы конкурстың рәсми сайтында һәм «Бәйләнештә» селтәре төркөмөндә урынлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика