11:53 (UTC+5), 26 Января 2017

Өфөлә актер Арыҫлан Йәнбәковтың хәтер кисәһендә уның хаҡында фильмдан өҙөктәр күрһәтелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән актер, йырсы Арыҫлан Йәнбәковтың хәтер кисәһенә әҙерләнәләр. Кисә 31 ғинуарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтә. Унда популяр актерҙар һәм эстрада башҡарыусылары Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет, Фирғәт Ғарипов, Гүзәл Маликова, Илдар Ғүмәров, Азамат Ғафаров, Линара Ғәҙелмурзина (Шабаева) ҡатнаша. Стәрлетамаҡтан Резеда Әмәкәсова килә, актер уның менән бергә дуэтта йырлағайны.
«Ул шат күңелле, эшлекле, ихлас һәм намыҫлы кеше булып хәтеремдә ҡалған. Бер ҡасан да кенә тотманы, мауығыусан кеше ине, — ти кисәнең режиссеры Зиннур Сөләймәнов. — Беҙ йылы иҫтәлектәр кисәһен ойошторорға теләйбеҙ. Дуҫтары килә, уның йырҙары, дуэттары яңғырай, хеҙмәттәштәре иһә спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтә».
Экранда Арыҫлан Йәнбәковтың клиптарын, шулай уҡ уның хаҡында «Моң булып ҡайтырмын...» тигән документаль фильмдан өҙөктәр күрһәтеү ҡарала. Уны актерҙың томош иптәше, Башҡортостан юлдаш телеканалы режиссеры Розалиә төшөрә. Әле фильмды төшөрөү эштәре бара, ижади төркөм Сибайға юлланған.
Арыҫлан Йәнбәков (1980-2011) — актер, йырсы, режиссер, телевидение алып барыусыһы. Сибайҙа актер Әсғәт Йәнбәковтың ғаиләһендә тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында эшләй. 2004-2011йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры һәм режиссеры. Башҡортостан юлдаш телеканалында «Башҡорттар» тапшырыуын алып бара. 2011 йылда Щукин исемендәге Мәскәү Театр институтын тамамлай.
«Ҡоралай» фильмында (режиссеры Р.Фәтхиев) — атай, А.Иҙелбаевтың «Һуңғы ғәйнә» драмаһында — Юлдыҡай, И.Йомағоловтың «Сәсәндәр» драмаһында — Айбағыш, Б.Бикбайҙың «Ҡоҙаса» комедияһында Басир ролдәрен уйнай. Режиссер булараҡ бер нисә спектакль ҡуйып өлгөрә, улар араһында — Н.Ғәйетбаевтың пьесалары буйынса «Асығыҙ, милиция!», «Һөйәркәңде шкафҡа йәшер» комедиялары, «Хыялый» лирик комедияһы (С.Әбүзәров), «Гипнотизер, или Детектор лжи» (В. Сигарев), «Хазина» драмаһы (С. Әбүзәров) тамамланмай ҡала. Уның репертуарында популяр эстрада йырҙары бар ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика