03:52 (UTC+5), 24 Ғинуар 2017

Владимир Мединский мәктәптәрҙә Рәсәй киноһы тарихын уҡытырға тәҡдим итә

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский мәктәптәрҙә Рәсәй киноһы тарихын уҡытырға тәҡдим итә. Ул Рәсәйҙең Фән һәм мәғариф министрлығына был башланғысты хуплауҙарын һорап мөрәжәғәт итә. Ошо хаҡта ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителә.
«Мәғариф министрлығының беҙҙең Рәсәй кинематографын популярлаштырыу программаһын хуплауына ышанам», — тине ул «Берҙәм Рәсәй» съезында. Министр иҫәпләүенсә, кино тарихы әҙәбиәт һәм тарих кеүек фәндәргә яҡшы өҫтәмә булып торасаҡ.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта тейешле ҡулланма һәм тотош видеодәрестәр курсы әҙерләнгән, шулай уҡ мәктәптәрҙә бушлай Рәсәй фильмдарын күрһәтеү хоҡуғы бар.
Фән һәм мәғариф министрлығы етәксеһе Ольга Васильеваға мөрәжәғәт итеп, министр: «Мәктәптә Ватан тарихы, Рәсәй мәҙәниәте тарихы, сәнғәт тарихы күберәк уҡытылһын, хеҙмәт уҡыуҙары күберәк булһын өсөн курсығыҙҙы төрлөсә хуплайбыҙ», - тип билдәләнене.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика