11:44 (UTC+5), 24 Января 2017

Милли Йәштәр театрындағы спектакль һәләкәткә осраған Ту-154 самолеты ҡорбандарына бағышлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Йәләлетдин олатай» спектаклен Ту-154 самолеты ҡолауы һөҙөмтәһендә һәләк булғандар иҫтәлегенә арнай. 7 февралдә башҡорт труппаһы Мостай Кәримдең хикәйәһе буйынса ике шаршаулы спектакль тәҡдим итә.
Театр фойеһында артистар тематик шиғырҙар һөйләйәсәк. Спектакль башланыр алдынан режиссер Илнур Муллабаевтың тамашасыларға мөрәжәғәтенән һуң бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителәсәк.
«Билеттарҙың бер өлөшө халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламдарына: етем балаларға, инвалидтарға, ветерандарға, пенсионерҙарға таратыла. Спектаклде авиаһәләкәттәрҙә туғандарын юғалтҡан өфөләр, шул иҫәптән 2002 йылдың июлендә Боден күле өҫтөндәге фажиғә ҡорбандарының туғандары ла ҡарай ала», — тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәби бүлегендә.
«Йәләлетдин олатай» спектакле Бөйөк Ватан һуғышынан һуң етем ҡалған малайҙар хаҡында бәйән итә. 1946 йылдағы ваҡиғалар әлеге ваҡытта балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең хаттары менән аралашып бара. Мостай Кәримдең хикәйәһе ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика