07:52 (UTC+5), 24 Января 2017

Башҡортостанда композитор Салауат Низаметдиновтың 60 йыллығына музей асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда танылған композитор Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан байрам саралары ойошторола. Музей асылыуы төп ваҡиғаларҙың береһе булмаҡсы. Уның исемен йөрөткән Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында майҙаны 18 квадрат метрлыҡ бүлмә бүленгән.
Композиторҙың тормош иптәше Рәзидә Низаметдинова әйтеүенсә, ул музей экспозицияһын булдырыу өсөн күп кенә әйберҙәр тапшырған. Улар араһында фотоһүрәттәр, наградалар, дипломдар, әҫәрҙәрҙең ноталары, композиторҙың шәхси әйберҙәре: сәғәт, костюм, китаптар, күҙлек бар. Әле колледж музейында күргәҙмә стендтарын биҙәү бара. Музейҙы асыу тантанаһы 10 мартҡа билдәләнгән.
Шул уҡ көндәрҙә Учалыла Салауат Низаметдинов исемендәге республика йәш йырсылар конкурсы үтә.
Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов (1957 — 2013) — танылған башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бик күп опера, хор, инструменталь әҫәрҙәр, йырҙар һәм романстар авторы. Прагала уҙғарылған Халыҡ-ара һуҡыр композиторҙар конкурсы, «Филантроп» халыҡ-ара премияһы лауреаты. Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика