09:07 (UTC+5), 23 Января 2017

Мәскәүҙең «Метро» галереяһында «Башҡортостанды ас» фотокүргәҙмәһе тағы ла бер ай эшләйәсәк

Гөлсәсәк Ханнанова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙең «Метро» галереяһында «Башҡортостанды ас» тигән фотокүргәҙмә эшләүен дауам итә. Унда алты ил — Рәсәй, Италия, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Төркиә фотографтарының сағыу һүрәттәре ҡуйылған. Күргәҙмә үткән йылдың 20 декабрендә асылғайны, уны асыу тантанаһында Башҡортостандың Милли халыҡ ҡоралдары оркестры һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө башҡарыуында «Ҡурай байрамы» тип аталған этник музыка концерты уҙҙы. Акция Мәскәүҙә республиканың туристик ҡеүәте менән таныштырыу сараһының бер өлөшө булды.
Фотокүргәҙмәне Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Фоторәссамдар союзының республика бүлексәһе ойошторған. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙам иткән.
«Мәскәүҙәргә күргәҙмә бик оҡшаны, мәктәп каникулдары ваҡытында бында уҡыусылар төркөмө килде. Шулай уҡ туристик эшҡыуарлыҡ һәм Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдергән бизнес вәкилдәре, сит ил ҡунаҡтары ла күргәҙмәне ҡараны. Ошо хәлдәрҙе иҫәпкә алып, беҙ Мәскәү метрополитены етәкселегенән уны 20 февралгә тиклем оҙайтыуҙарын һораныҡ», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.
Мәскәү метрополитенында үтенесте кире ҡаҡманылар һәм хәҙер «Башҡортостанды ас» күргәҙмәһен ҡарап өлгөрмәгәндәрҙең тағы ла бер ай дауамында унда килеү мөмкинлеге бар. «Метро» галереяһы иртәнге сәғәт 6-нан төнгө бергә ҡәҙәр асыҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика