Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ғинуар 2017, 10:16
Башҡортостанда «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыры һәм бейеү фестивале бара
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда ҙур мәҙәни сара — «Керәшен һыуыҡтары» фестивале бара. Кисә Бөрөлә XXIII асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы башланды.
Быйыл бәйгелә республиканың 24 районынан һәм алты ҡалаһынан йырсылар, вокаль-инструменталь төркөмдәр, бейеүселәр ҡатнаша. Шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Силәбе өлкәһе Әшәнән һәм Киевтан (Украина) конкурсанттар ҡатнашыу өсөн ғариза ебәргән. Программала икенсе тапҡыр «Рэп-музыка» номинацияһы бар, ул уҙған йылда тәжрибә рәүешендә индерелгәйне. Вокаль ансамблдәрҙән бик күп ғаризалар килгән, шуға бәйле айырым номинация булдырылған.
Бәйгенең тәүге көнөндә ҡатнашыусыларҙы «Эстрада йыры» номинацияһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Геннадий Родионов рәйеслегендәге жюри баһаланы. Бөгөн «Эстрада бейеүе» һәм «Эстрада музыкаһы» номинацияларында конкурс ҡарауҙары үтә.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте билдәләүенсә, бейеү коллективтарының һәм йырсыларҙың репетициялары былтыр асылған «Умникум» үҙәгендә бара.
Фестиваль 21 ғинуарға тиклем дауам итә һәм еңеүселәрҙе бүләкләү, гала-концерт менән тамамлана.
Теги:
фестивалдәр
Читайте нас