Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2017, 10:05

Яңы йыл марафонынан һуң театр эшмәкәрҙәре «Крещение кисәһе»нә йыйыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре «Крещение кисәһе»нә йыйыла. 23 ғинуарҙа Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы ғәҙәттәгесә үҙ ағзаларын яңы йыл тантаналарын клуб форматында уҙғарырға саҡыра.
«Һәр театр 5-10 вәкилен ебәрәсәк. Актерҙар өсөн был яңы йыл марафоны – шыршы байрамдарынан һуң ял итә алыу, бер-берең менән аралашыу мөмкинлеге», — тип һөйләй Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Хөрмәтулла Үтәшев.
Сара сиктәрендә тәүге тапҡыр «Ҡыш бабайҙар алышы» конкурсы уҙасаҡ, уға һәр театр үҙе менән таныштырыу әҙерләй. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн дресс-код иғлан ителгән – костюмда яңы йыл маскарадының берәй өлөшө булырға тейеш.
«Крещение кисәһе» Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының Йәштәр советы булышлығында уҙғарыла.
Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас