08:43 (UTC+5), 19 Января 2017

Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивалендә илдең театр коллективтары сығыш яһай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге XXI халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале уҙғарыла. Сара 22 майҙан 2 июнгә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә. Балетты данлаусы байрам билдәле хореограф Юрий Григоровичҡа 90 йәш тулыуға арналған. Тап уның башланғысы менән 1993 йылда Р. Нуриев исемендәге фестиваль ойошторола, Юрий Николаевич әлегәсә уның почетлы президенты булып тора.
Фестиваль сәхнә биҙәлеше йәһәтенән яңыртылған тәүге башҡорт балеты «Сыңрау торна» менән асыла. Уны Заһир Исмәғилев Лев Степанов менән бергә ижад иткән. Яңы декорацияларҙы театрҙың баш рәссамы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рифҡәт Арыҫланов әҙерләй. Фәйзи Ғәскәров либреттоһына яҙылған балет тәүге тапҡыр 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла. Рудольф Нуриевтың бәләкәй сағында Зәйтүнә Насретдинова ҡатнашлығындағы тап ошо спектаклде ҡарауы һәм мәңгелеккә балет сәнғәтенә ғашиҡ булыуы символик мәғәнәгә эйә.
Фестивалдә «Кремль балеты» театры һәм Ҙур театр (Мәскәү), Михайлов театры (Санкт-Петербург), Гранд-Опера (Париж) солистары, Словения, АҠШ, Швеция, Япония артистары, Екатеринбург, Краснодар һәм Силәбенең балет труппалары ҡатнаша. Сара барышында өфөләргә саҡырылған солистар ҡатнашлығында П.Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» һәм Л. Минкустың «Баядерка» спектаклдәре күрһәтелә. Тамашасылар Екатеринбург опера һәм балет театры артистары башҡарыуында С. Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта» балетын ҡарай ала. Юрий Григоровичтың Краснодарҙағы балет театры — А. Глазуновтың «Раймонд», Силәбе опера һәм балет театры иһә Ц. Пуниҙың «Эсмеральда» балеттарын тәҡдим итә. Балет байрамы балет сәнғәте йондоҙҙарының гала-концерты менән тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика