12:19 (UTC+5), 19 Января 2017

Башҡортостан артистары Ташкентта Үзбәкстан мәҙәни үҙәгенең 25 йыллығына бағышланған сарала сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ташкентта Үзбәкстан интернациональ мәҙәни үҙәгенең 25 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек бара. Саралар 20-21 ғинуарҙа уҙа. Төп тантана — Үзбәкстандың сәнғәт оҫталары һәм «Үзбәкстан — дөйөм йортобоҙ» республика фестивалендә еңеүселәр ҡатнашлығындағы гала-концерт.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, концертты ошо фестивалдә лауреат исемен яулаған «Дуҫлыҡ» башҡорт фольклор ансамбле аса. Улар «Гөлнәзирә» йыр-бейеү композицияһы менән сығыш яһай. Ансамбль солистары шулай уҡ ҡумыҙҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнай. Сәхнәгә «Дуҫлыҡ» яңы костюмдарҙа сыға.
«Үзбәкстан — дөйөм йортобоҙ» фестивалендә «Иң яҡшы фольклор коллективы» тигән исем алғандан һуң, беҙгә республика ҡаҙнаһынан милли кейемдәр тегеү өсөн аҡса бүлделәр, — тине «Дуҫлыҡ» ансамбле етәксеһе, Үзбәкстандағы Башҡорт ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәйсә Баймырҙина. — Был — беҙҙең хеҙмәттәрҙе таныу ул, быға ҡыуанмау мөмкин түгел. Милләтебеҙҙе Ташкент сәхнәһендә иң яҡшыһы итеп күрһәтәсәкбеҙ».
Интернациональ мәҙәни үҙәктең 25 йыллығына арналған юбилей саралары барышында ҡулланма, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре һәм төрлө халыҡтарҙың йолаларын, Үзбәкстандың милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлеккә булышлыҡ итеү буйынса тәжрибәһен сағылдырған фотоһүрәттәр күргәҙмәһен ойоштороу ҙа ҡаралған. «Үзбәкстанда толерантлыҡ мәҙәниәте» документаль фильмы, «Үзбәкстан — тыныслыҡ һәм татыулыҡ иле» исемле китап, «Берҙәм ғаиләлә» журналының махсус һаны әҙерләнә. Үзбәкстандағы Башҡорт ҡоролтайы ҡарамағындағы башҡорт ойошмалары — «Ағиҙел» клубы, «Һандуғас» ансамбле ағзалары һәм башҡалар юғарыла атап үтелгән сараларҙа ҡатнаша, тип билдәләнеләр урындағы Ҡоролтайҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика