11:21 (UTC+5), 18 Января 2017

Төбәктә билдәле башҡорт шағиры Ринат Хәйриҙең иҫтәлегенә шиғыр ятлаусылар конкурсы үткәрелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 19 ғинуарҙа Илеш районының Үҙәк балалар китапханаһында билдәле башҡорт шағиры, публицист, прозаик, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Ринат Хәйригә арналған «Күңелдә йәшәй» исемле шиғыр ятлаусылар бәйгеһе уҙғарыла. Конкурста Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге 1-се гимназия, 2-се һәм 4-се урта мәктәп, шулай уҡ Түбәнге Йәркәй ауылы лицейы уҡыусылары ҡатнаша.
Шағирҙың тыуған ауылы Үрмәттә Ринат Хәйриҙең хәтер кисәһе үтә.
«Маяҡ» район гәзитендә танылған яҡташ шағир хаҡында мәҡәләләр баҫыла, Илеш телевидениеһы аша тапшырыу күрһәтелә. Унда Ринат Хәйри төшөрөлгән кадрҙар файҙаланылған.
Ринат Хәйри (Хәйретдинов) 1951 йылдың 19 ғинуарында Илеш районының Үрмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1969-1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Студент йылдарында уҡ Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов менән бергә республика райондары буйлап йөрөй, шиғырҙарын уҡый.
Уҡыуын тамамлағас, Ринат Хәйри тыуған төйәгенә ҡайта һәм Тыпый һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән уны «Маяҡ» район гәзитенә бүлек мөдире итеп эшкә саҡыралар. Ринат Хәйри ике тиҫтә йыл ғүмерен журналистикаға бағышлай. «Ҡыҙыл таң», «Башҡортостан» гәзиттәре, «Һәнәк» журналы менән хеҙмәттәшлек итә, радиола һәм телевидениела сығыш яһай. 1986 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡушыуы буйынса «Ләйсән» ижад берекмәһенә нигеҙ һала һәм оҙаҡ йылдар уға етәкселек итә.
Ул 1990 йылдың 5 сентябрендә вафат булды.
Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Ринат Хәйри бай мираҫ ҡалдырҙы. «Әле яҙ башы ғына» (1983), «Минең уйынсыҡтарым» (1986), «Хәрефтәр парады» (1988) исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты. Үҙе үлгәндән һуң «Эҙләйем һине» (1990), «Ҡанаттар ҡайҙа үҫә» (1993), «Әйтелмәгән васыят» (1995), «Мин үҙем йәшен инем» ( 2000), «Уҡырға өйрәнәбеҙ» ( 2002), «Тылсымлы һандыҡ» (2010) исемле китаптары донъя күрҙе. «Ҡорбан» поэмаһы һәм «Эҙләйем һине» шиғырҙар йыйынтығы өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика