04:59 (UTC+5), 18 Января 2017

Мәскәүҙең Юғары театр училищеһы Башҡортостандың һәләтле йәштәрен йыя

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙең Кесе дәүләт академия театры ҡарамағындағы Мәскәүҙең М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы (институты) Башҡортостандың һәләтле йәштәрен йыя. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был маҡсатлы курс буласаҡ, тимәк, республика вәкилдәре бөтөнләй бушлай уҡый ала.
15 февралгә тиклем теләүселәр 2017-2018 уҡыу йылдарында «Актёрлыҡ сәнғәте» программаһы буйынса «Драма театры һәм кино артисы» һөнәренә уҡыуға документтар тапшыра ала. Унда көндөҙгө бүлектә дүрт йыл дауамында уҡыйҙар.
14 маҡсатлы буш урындан тыш, абитуриенттар Д.Г.Кознов курсындағы тағы ла 4 түләүле урынға дәғүә итә ала. Урта (тулы) дөйөм, урта һөнәри йәки юғары белемле, башҡорт һәм рус телдәрен белгән Рәсәй граждандары ҡабул ителә.
Өфөлә М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм республиканың театр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығындағы комиссия һайлап алыу конкурсы уҙғара. Уны үткән абитуриенттарға ҡабул итеү имтихандарында ҡатнашырға рөхсәт ителә, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методика үҙәге сайтының «Маҡсатлы белем алыу» бүлегендә һәм 235-78-16, 233-59-00 телефондары буйынса танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика