08:28 (UTC+5), 17 Января 2017

Өфө балеринаһы – «Быларҙың барыһы ла - балет» Рәсәй телесериалы героиняһы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнән йәш балерина Софья Вәлиуллина «Быларҙың барыһы ла - балет» сериалы героиняһы булды. Күп сериялы фильм «Russia Today» каналында эфирға сыға. Яңы документаль фильм үҙенең ижади карьераһын башлап тороусыларға һәм билдәле бер һөнәри үрҙәргә өлгәшкәндәргә арналған.
А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы (Санкт-Петербург) тәрбиәләнеүсеһе 12 йәшлек Софья Вәлиуллина үҙенең таланты һәм ныҡышмалылығы, эскерһеҙлеге һәм асыҡ булыуы менән фильм төшөрөүселәрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Беренсе серия Софьяның Санкт-Петербургка килеүенән башлана. Ҡыҙҙы әсәһе – Өфөләге билдәле пианист, концертмейстер Гөлназ Вәлиуллина оҙатып килә, ул ҡыҙының киләсәге өсөн төньяҡ баш ҡалаға күсергә ҡарар итә. Тамашасы Софья менән әсәһенең яңы тормошондағы ғәҙәти көндәрҙе күҙәтә ала.
«Артистың тормошо бик үк яҡшы булмаған көтөлмәгәнлектәр менән тулы, әммә һынауҙарға бирешмәҫкә һәм көн һайын яҡшы формала булырға өйрәнергә кәрәк, сөнки тамашасылар үҙ кумирҙарын көтә! Рус балеты көн һайын беҙҙе тылсымлы әкиәт иленә алып китә», — тип һөйләй фильмды төшөрөүселәр Ольга Пастухова һәм Марина Туманова.
Фильмдың тәүге серияһында шулай уҡ Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы ректоры Николай Цискаридзе һәм Стәрлетамаҡта үҫкән, данлыҡлы хореография училищеһының сығарылыш уҡыусыһы, Мария театрының балет артисы Рената Шәкирова ҡатнаша.
Бейеү донъяһына үҙ юлын Софья Вәлиуллина биш йәшендә Өфөләге «Браво» Бейеү театрында (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Светлана Харисова) башлай. Софья Санкт-Петербург, Өфө, Новосибирск, Екатеринбург һәм Ҡазан ҡалаларында уҙған халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты була. 2014 йылда Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды республикалағы талантлы балаларға ярҙам итеү йөҙөнән ойошторған хәйриә кисәһендә ҡатнаша.
Мәскәү Халыҡ-ара музыка йортоноң Светланов музейында «Мәскәү дуҫтарын ҡаршы ала» XII халыҡ-ара фестивален асыуҙа ҡатнашыу бәләкәй балеринаның ижади биографияһында сағыу ваҡиға булып тора. Унда Софья Майя Плисецкая иҫтәлегенә Камиль Сен-Санстың музыкаһына күренекле «Аҡҡош» композицияһын башҡара. Рус балеты академияһына уҡырға ингәс, беренсе класта уҡ Софья Вәлиуллинаға Мария театры сәхнәһендә «Щелкунчик» спектаклендә Машенька ролен ышанып тапшыралар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика