06:45 (UTC+5), 16 Января 2017

«Алтын битлек» премияһына дәғүә иткән спектаклдәрҙе күрһәтеү ваҡыты билдәләнде

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Алтын битлек» Рәсәй театр премияһына дәғүә иткән спектаклдәрҙе күрһәтеү ваҡыты билдәле булды.
13 апрелдә Башҡорт опера һәм балет театры артистары Генделдең «Геракл» операһын «Яңы опера» театры сәхнәһендә күрһәтәсәк. 15 апрелдә Чайковскийҙың «Орлеан ҡыҙы» спектакле «Геликон-опера» театрының «Стравинский» залында тәҡдим ителәсәк.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының, «Битлек плюс» программаһына ингән «Джут» (Олжас Жанайдаров) спектаклен 3 мартта Всеволод Мейерхольд исемендәге Үҙәктә күрһәтеү ҡаралған.
Спектаклдәр февралдән апрелгә тиклем өс ай дауамында күрһәтеләсәк. Премияға дәғүә итеүселәр – Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Ҡазан, Һамар, Ярославль, Новосибирск һәм башҡа Рәсәй ҡалалары театрҙары. Премияны тапшырыу тантанаһы 19 апрелдә К.С. Станиславский һәм В.И. Немирович-Данченко исемендәге музыкаль театрҙа уҙасаҡ. Тулыраҡ афиша премияның рәсми сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика