13:22 (UTC+5), 13 Января 2017

Йәштәр театры яңы йылда беренсе тапҡыр республика буйлап гастролдәргә сыға

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республиканың көнсығышына гастролдәргә сыға. 23-25 ғинуарҙа Сибай һәм Баймаҡ халҡы театр репертуарындағы өс спектаклде ҡарай ала, шуларҙың икәүһе 27-се театр миҙгелендә тәүгә сәхнәгә ҡуйылған. Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Милли йәштәр театрының Сибайға һәм Баймаҡҡа ҡышҡы сәфәрҙәре изге йолаға әүерелгән.
23 һәм 24 ғинуарҙа башҡорт труппаһы А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры сәхнәһендә Авксентий Цагарелиҙың «Ханума» һәм Мөҙәрис Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса…» комедияларын сәхнәләштерә. Көҙ көнө режиссер Рөстәм Хәкимов ҡуйған «Ханума» пьесаһын сибайҙар беренсе тапҡыр ҡараясаҡ. 25 ғинуарҙа премьера спектакле Баймаҡтағы Халыҡ ижады үҙәгендә күрһәтелә.
Ике ҡалала ла башҡорт труппаһы йәш театр һөйөүселәр өсөн режиссер Мәсәлим Күлбаевтың «Тылсымлы тирмән» премьераһын тәҡдим итә. Спектакль Мостай Кәримдең әкиәте буйынса ҡуйылған һәм тылсымлы тирмән эҙләп юлға сыҡҡан Аҡбулат исемле әтәс, уның дуҫтарының мажаралы хаҡында бәйән итә.
Гастролдәр башланғансы артистар Өфө тамашасылары өсөн туған театры сәхнәһендә 18 һәм 20 ғинуарҙа сығыш яһап өлгөрәсәк әле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика