05:24 (UTC+5), 13 Января 2017

Рөстәм Хәмитов «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Александр Смирнов
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрйән районына эш сәфәре барышында «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығында булды һәм уның үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Рөстәм Хәмитов археология музейындағы боронғо фаунаға, Шүлгәнташ мәмерйәһен тикшереүселәргә, унда табылған палеолит дәүере һүрәттәренә, шулай уҡ «Урал батыр» эпосына арналған экспозициялар менән танышты.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин төбәк етәксеһен Шүлгәнташ мәмерйәһенең музей комплексы проекты менән таныштырҙы. Маҡсат — туристарҙың төп ағымын ошонда йүнәлтеү, мәмерйәнең уникаль археология комплексын, уның тирә-яғындағы мәҙәни һәм тәбиғәт ландшафтын беренсел төрҙә һаҡлау.
Был туристар ағымының артыуына ла бәйле. 2016 йылда ғына «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына 42 мең кеше килгән. Музей һәм тейешле инфраструктура булдырылһа, уларҙың һаны 100-150 мең кешегә тиклем артыуы мөмкин.
Фәнни-етештереү үҙәге директоры билдәләүенсә, әлеге проект Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн халыҡ-ара эксперттарҙың тәҡдиме буйынса ла тормошҡа ашырыла. Хәҙер ошо маҡсатта мәмерйә стеналарын граффити өлгөләренән таҙартыу һәм яңы баҫҡыстарҙы монтажлау бара.
Буласаҡ музей комплексы заманса талаптарға яуап бирергә, уны төҙөгәндә иһә тәбиғәткә зарар килтермәгән, инновациялы технологиялар ғына файҙаланылырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
Ҡурсаулыҡта хеҙмәткәрҙәргә йәшәү, тәбиғәтте һаҡлау саралары һәм экскурсиялар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән мәғлүмәт-сервис үҙәге ошондай бинаның өлгөһө булып тора. Уны Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы заказы буйынса «Йәшел йорттар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика