10:32 (UTC+5), 13 Января 2017

Рәсәй матбуғаты көнөндә баш ҡалала журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә 2016 йылда ҙур уңыш ҡаҙанған журналистар һәм ошо өлкә хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Байрам сараһы «Башинформ» агентлығының конференциялар холында үтте. Хеҙмәттәштәрен ҡотлап, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов журналист һөнәренең ижтимағи әһәмиәтен һәм журналист һүҙенең көсөн билдәләне.
Благовещен мәғлүмәт үҙәге директоры һәм мөхәррире Лира Батыргәрәева, «Йәштәр гәзите»нең баш мөхәррире Ярослава Голобородько, Башҡортостан юлдаш телеканалының баш белгесе Гөлдәриә Йосопова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының рәссамы Артур Василов киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн республика Журналистар союзының Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт теле һәм төбәк халыҡтары телдәре проблемаларын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында «Аманат», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдары, «Йәшлек», «Архангельский вестник», «Урал», «Октябрьский нефтсеһе», «Көнгәк» гәзиттәре, «Дүртөйлө ТВ» редакциялары, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ашҡаҙар» ижади берекмәһе мөхәррире Фәнүзә Баһауетдинова, «Юлдаш» радиоһы комментаторы Фәрзәнә Аҡбулатова еңеү яуланы.
«Башинформ» агентлығы террорға ҡаршы проблема буйынса иң яҡшы журналист эше һәм интернеттағы баҫмаларҙа рәсми булмаған мәшғүллек темаһын яҡтыртыу буйынса эште иң яҡшы ойоштороу конкурстарында еңеүселәрҙең береһе булды. Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков «Башинформ» агентлығы хәбәрселәре Арина Рәхимҡоловаға, Ғәлиә Нәбиеваға һәм Ләйлә Аралбаеваға ағзалыҡ танытмаларын тапшырҙы.
Йыл һайын 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. 1703 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәйҙә, Петр I указына ярашлы, «Ведомости» гәзитенең беренсе һаны донъя күргән.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика