07:12 (UTC+5), 13 Января 2017

Мәскәүҙә «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» форумында республика исеменән «Аҡ тирмә» фольклор коллективы сығыш яһай

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» халыҡ-ара мәҙәни-ағартыу форумында Башҡортостан исеменән «Аҡ тирмә» фольклор коллективы сығыш яһай. 19-20 ғинуарҙа илдең Йәмәғәт палатаһында 250-нән ашыу кеше — Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән уникаль мәҙәни традиция вәкилдәре осраша.
«Беҙ әлеге сараны асыу бурысының тап беҙгә йөкмәтелеүе менән ғорурланабыҙ!» — ти «Аҡ тирмә» фольклор коллективы етәксеһе Гөлсинә Батыршина.
Форум майҙансыҡтары милли сәнғәт хазинаһын һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу өсөн илдең төрлө төбәктәренән традицион халыҡ мәҙәниәте өлкәһендәге белгестәрҙе берләштерә. Фекер алышыуҙарҙа власть органдары, йәмәғәт берекмәләре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, эксперттар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнаша. Удмуртия, Мордовия, Башҡортостан, Татарстан, Абхазия, Мәскәү янындағы бәләкәй ауылдарҙан килгән өлкән йәштәге кешеләрҙең фольклор коллективтары яҙмала булмаған йырҙар башҡара, һирәк осраған биҙәүестәр һәм боронғо милли кейем өлгөләре менән таныштыра, ата-бабаларының хикәйәттәре менән бүлешә.
Сарала сит илдәге (Приднестровье, Болгария, Румыния) милләттәштәребеҙ менән телекүпер, «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» тип аталған халыҡ-ара конференция, «Рәсәйҙәге традицияларҙы һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау факторы булараҡ быуындар күсәгилешлеге» темаһына түңәрәк өҫтәл, фекер алышыуҙар була.
Ойоштороусылар — Пенсионерҙарға, ветерандарға һәм инвалидтарға булышлыҡ итеү буйынса ойошмалар ассоциацияһы, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Йәмәғәт дипломатияһын үҫтереү һәм сит илдәге милләттәштәребеҙгә ярҙам күрһәтеү буйынса комиссияһы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика