08:34 (UTC+5), 11 Января 2017

Өфөлә продюсер, режиссер һәм яҙыусы Мансур Дәүләтбаевтың ижад кисәһе була

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә продюсер, режиссер һәм яҙыусы Мансур Дәүләтбаевтың юбилейлы ижад кисәһе уҙа. Йәкшәмбе, 29 ғинуарҙа, юбиляр үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе Ҡала мәҙәниәт һарайына йыя. Ойоштороусылар сағыу тамаша һәм тере тауыш вәғәҙәләй. Сара киске сәғәт 5-тә башлана.
«Тәүге тапҡыр Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур сәхнәһенә алып барыусы һәм продюсер булараҡ 16 йыл элек сыҡтым, — тине Мансур Дәүләтбаев. — Мин тәҡдим иткән концерт программаһында «АНТ» төркөмө һәм йырсы Елена Гусарова сығыш яһаны. Тамашасылар программаны һоҡланып ҡабул итте».
Юбилей кисәһендә «Сураман» төркөмө, йырсы Рафаэль Рәхмәтуллин, телевидение алып барыусыһы һәм бейеүсе Розалина Бикмаева, «АНТ» төркөмө, бейеү коллективтары һәм вокалистар ҡатнаша. Өфөләге «Глумилино» рок-төркөмөнөң сығышы ла ҡаралған.
Кисә барышында юбилярҙың «Ваҡыт. Ваҡиғалар. Кешеләр» тигән китабының исем туйы үтә, күргәҙмәләр ойошторола. Сара «Белая в черном» фильмын күрһәтеү менән тамамлана.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, билеттарҙың күбеһе хәйриә маҡсатында Өфөләге 1-се балалар йортона, 39-сы гимназияға, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты студенттарына һәм уҡытыусыларына тапшырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика