11:17 (UTC+5), 10 Ғинуар 2017

Мәскәүҙә Башҡорт драма театры актерҙары ҡатнашлығында «Юғалған васыят» тамашаһы үтә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә башҡорт актерҙары ҡатнашлығында «Юғалған васыят» тигән театрлаштырылған тамаша ойошторола. Ҙур сара Crocus City Hall концерт залында 29 ғинуарға билдәләнгән. Ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә арналған. Сараны ойоштороусылар — Рәсәй мөфтөйҙәр советы, Мәскәү мосолмандарының Диниә назараты.
Тамашаға алты меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Төп ролдәрҙе билдәле театр һәм кино актерҙары: Татарстандың атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең дәүләт премияһы лауреаты Марат Бәшәров, театр һәм кино актеры Шамил Хаматов, актриса Бибигөл Аҡтан Суюншалина башҡара. Сарала М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры, И.Базоркин исемендәге Ингуш дәүләт драма театры, Г.Цадас исемендәге Авар музыкаль-драма театры, А.Салауатов исемендәге Дағстан музыкаль-драма театры актерҙары ҡатнаша.
«3D элементтары менән театрлаштырылған тамаша тамашасыларҙы тарихҡа алып ҡайтасаҡ. Улар Ибн Фаҙлан һәм Салауат Юлаев, Мөхлисә Буби һәм Муса Бигиев эҙҙәре буйлап ваҡыт буйлап сәйәхәт итәсәк. Мәҙәни сараның девизы — «Киләсәкһеҙ үткәнебеҙ юҡ», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Тулыраҡ мәғлүмәт www.mavlid.ru сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика