03:44 (UTC+5), 10 Января 2017

Израиль гражданы Рауил Садиҡов башҡорт халыҡ әкиәттәрен иврит теленә тәржемә итә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 10 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Израиль гражданы, яҡташыбыҙ Рауил Садиҡов башҡорт халыҡ әкиәттәрен иврит теленә тәржемә итә башлаған. Ошо хаҡта ул яңыраҡ Өфөгә килгәндә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә һөйләне. Тәүге тәржемә эше – Израилдә «Урал батыр» башҡорт эпосын иврит телендә баҫыу.
«Әгәр «Урал батыр» эпосы өлкән йәштәге уҡыусыларға иҫәпләнһә, хәҙер китапты биш-ете йәшлек балаларға әҙерләргә теләйем, – тип һөйләне Рауил Садиҡов. – Уны сағыуыраҡ, һүрәттәргә бай итеп эшләһе килә».
Төҙөүсенең төп маҡсаты – Израилдә йәшәүселәрҙе үҙ халҡының ауыҙ-тел ижады менән таныштырыу. Уның әйтеүе буйынса, яңы китапҡа иврит теленә тәржемә ителгән хайуандар тураһында башҡорт әкиәттәре инәсәк. Китап төҙөүсе үҙе төшөргән һүрәттәр менән тулыланасаҡ.
«Шулай уҡ халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғелен сағылдырыусы әкиәттәрҙе өҫтәргә ниәтләнәм. Мотлаҡ рәүештә ете ҡыҙ тураһындағы риүәйәт инәсәк. Ҡыҙҙар әсирлеккә барырға теләмәй, ҡоллоҡ урынына үлемде һайлай. Был халҡыбыҙҙың күңел торошо, холҡо, ынтылышы тураһында һөйләй», — тип иҫәпләй Рауил Садиҡов.
Ул Израиль уҡыусыһының бик үҙенсәлекле булыуын билдәләй, күмәк-мәҙәниәт менән бәйле күп кенә стереотип барлыҡҡа килгән. Шуға ҡарамаҫтан тәржемәсе уҡыусыларҙың да, ғалим-этнографтарҙың да иғтибарын йәлеп итеүгә иҫәп тота.
«Израиль этник яҡтан бик төрлө-төрлө ил, берҙәм мәҙәниәт унда әле ҡалыпланып бөтмәгән. Шунлыҡтан уларға беҙҙең әҙәби мираҫыбыҙҙы еткереү еңелдән булмаясаҡ. Хәҙер «Урал батыр» китабының нисек һатылыуын күҙәтәм, был коммерцияһыҙ проект. Әккиәттәр ҙә коммерция проекты булмаясаҡ», — тип аңлатты агентлыҡ әңгәмәсеһе.
Рауил Садиҡов Өфөлә тыуған, тамырҙары менән башҡорт-татар, 20-се мәктәпте тамамлаған. 1992 йылдан алып ғаиләһе менән Иерусалимда йәшәй. Хикәйәләр һәм мәҡәләләр яҙа. Израилдә төрки ойошманы етәкләй, башҡорт һәм татар милли ғөрөф-ғәҙәттәре менән бәйле сараларҙа ҡатнаша. «Урал батыр» китабы иврит телендә «Цамерет Сфарим» эре Израиль нәшриәтендә сыға, тиражы 1,5 мең дана. Баҫма шулай уҡ интернет-ресурстарҙа урынлаштырылған. Китапты Өфөнөң йәһүд мәктәбендә белем биреү процесында файҙаланыу күҙаллана.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика