Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2017, 16:32

Өфөлә «Туғанлыҡ» һәм «Театр яҙы» тип аталған театр фестивалдәре ойошторола

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Быйыл Өфөлә «Театр яҙы» республика фестивале һәм «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үткәрелә.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе ярҙамсыһы Зилә Сәғәҙиева хәбәр итеүенсә, 20-26 апрелдә төбәктәге бөтә театр вәкилдәре баш ҡалаға йыйыла. Әле театрҙарҙан ниндәй спектакль тәҡдим итеүҙәре тураһында мәғлүмәт йыйыу бара. Опера һәм балет театры һәм Ҡурсаҡ театры сарала тәүгә ҡатнаша.
Фестиваль милли драматургияға арналған. Тамашасылар менән бергә спектаклдәрҙе Валентина Фёдорова етәкселегендәге баһалама ағзалары һәм театр тәнҡитселәре ҡарай. Сара барышында оҫталыҡ дәрестәре, актер клубтары, сәхнә әҫәрҙәрен тикшереү ойошторола.
«Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки халыҡтары театрҙары фестивале киләһе театр миҙгеленә, 9-16 сентябргә, билдәләнгән. Бынан алдағы фестиваль Өфөлә 2012 йылдың сентябрендә уҙғарылғайны. Ул саҡта баш ҡалаға 13 төрки телле илдәрҙән иң яҡшы театр коллективтары йыйылды. Спектаклдәр биш театр майҙансығында күрһәтелде.
Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас