05:30 (UTC+5), 10 Января 2017

Өфөлә «Башҡортостандың тейелмәгән тәбиғәте» исемле фотокүргәҙмә асыла

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 10 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың милли музейында тантаналы рәүештә «Башҡортостандың тейелмәгән тәбиғәте» фотокүргәҙмәһе асыла. Ул республикала Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына һәм Рәсәйҙә ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығына арналған. Күргәҙмә 11 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла.
Музейҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәгә килеүселәр фотоларҙа Уралда иң ҡатмарлы һәм оҙон, серле Ҡотоҡ-сумған мәмерйәһен, Күперле карст күперен һәм шарлауығын, Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстарын, шулай уҡ «Башҡортостан» милли паркының башҡа иҫтәлекле урындарын һәм тәбиғәтен күрәсәк.
Хәҙерге календарь буйынса 11 ғинуар Рәсәйҙә тәүге ҡурсаулыҡ - Баргузин заповеднигының ойошторолоу көнө тип һанала, унан һуң тағы ла 102 ҡурсаулыҡ һәм 48 милли парк булдырыла. Башҡортостанда өс федераль ҡурсаулыҡ, төбәк әһәмиәтендәге дүрт милли парк һәм сентябрҙә үҙенең 30 йыллығын билдәләгән «Башҡортостан» милли паркы иҫәпләнә.
Милли парктың үҙенсәлекле иҫтәлекле урындары Илфир Исламгазин, Илдус Нурмөхәмәтов, Рәмил Хәмитов, Николай Марочкин һәм Антон Черепановтың фотоларында күрһәтеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика